Иғтибар! Яңыраҡ ҡына беҙ Android һәм iOS өсөн тағы бер, күпкә уңайлыраҡ булған клавиатура сығарҙыҡ — Swiftkey. Йөкләгеҙ һәм SWYPE ярҙамында яҙыу уңайлығын тәмләп ҡарағыҙ!
i
Android өсөн тәүге
башҡортса клавиатура
Ошоғаса кеҫә телефондарына ҡуйылған алфавиттарҙы файҙаланып башҡортса яҙышыуҙы (СМС, белешмә ырымдар) ҙур ҡыйынлыҡ менән башҡарып килдек. Сөнки был алфавиттарҙы ҡулланып башҡорт телендә хатаһыҙ яҙыу мөмкин түгел. Белеүебеҙсә, күптәр, тыуған телен вата-емерә булһа ла, телефонындағы рус алфавитын ҡулланып хәбәрләшә. Ошо хәлдән сығыу өсөн, беҙ Android системалы (тәү сиратта) смартфондары булғандар өсөн башҡортса (шулай уҡ — татарса) яңы клавиатуралар булдырҙыҡ.
Tәүге мобиль клавиатура
Беҙҙең клавиатуралар билдәле Jbak keyboard программаһы нигеҙендә эшләнде һәм ошондай башҡа эштәрҙән стандарт клавиатураны ҡулланмау менән айырылып тора. Йәғни, уларҙы башҡа төр программалар эсендә яҙышҡанда ла ҡулланып була.
Һүҙлек
Иң мөһиме — БДУ-ның компьютер филологияһы лабораторияһы төҙөгән 200 мең һүҙҙән торған һүҙлектең беҙҙең клавиатурала ҡулланылыуы. Һөҙөмтәлә — башҡорт һүҙҙәрен һөйләмдәргә ҡуйыу күпкә ябайлаша, текстар йыйыу тиҙләшә.
Лабораторияның сайты
Башҡортса + урыҫса
Беҙҙең клавиатураны ЙЦУКЕН тәртибендә ҡуйылған рус клавиатураһы менән берлектә ҡулланып булғанлыҡтан, русса яҙғанда рус клавиатураһына күсеп тороуҙың кәрәге юҡ.

Татарса клавиатура ла беҙ урынлаштырған һүҙлек менән бергә ҡулланыла.
Авторҙар
Башҡортса һәм татарса клавиатуралар — Илдар Кинйәбулатов

Jbak keyboard программаһының авторы — Юрий Бакунин

Башҡорт теленең һүҙлеген БДУ-ның компьютер филологияһы лабораторияһы төҙөнө.

Татар телендәге — Рөстәм Кафеев менән Илдар Кинйәбулатов.